СМИРНОВ Константин Фёдорович (28.6.1917, Тула губ. Ненашево а. — 8.10.1980, Мәскәү), археолог. Тарих ф. д‑ры (1965). Мәскәү философия, әҙәбиәт һәм тарих ин‑тын тамамлаған (1940). 1946 й. алып СССР ФА‑ның Археология ин‑тында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре иртә тимер быуатҡа арналған. 1956—74 йй. Түб. Волга һәм Урал буйы терр‑яһында бронза быуаты, Сармат мәҙәниәте, Савромат мәҙәниәте дәүере ҡомартҡыларын өйрәнгән Көньяҡ Урал археологик экспедицияһына (ҡара: Археологик экспедициялар) етәкселек итә. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Савроматы. М., 1964; Сарматы на Илеке. М., 1975.

Р.Исмәғил

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика