СКИФТАР, б.э.т. 7 б. — б.э. 3 б. күсмә һинд-иран ҡәбиләләре. Антик авторҙар (Диодор Сицилийский, Геродот, Өлкән Плиний, Страбон һ.б.) хеҙмәттәрендә, Ассирияның шына яҙыулы яҙмаларында телгә алына. Геродот яҙыуынса, улар бер нисә төркөмгә бүленгәндәр — батша С., игенсе С., күсмә С., эллин С., ер һөрөүсе С. М.И.Артамонов, Б.Н.Граков фекеренсә, С. — б.э.т. 2‑се мең йыллыҡ уртаһында Волга һәм Урал буйынан көнбайышҡа күсеп ултырған Бура мәҙәниәте ҡәбиләләре вариҫтары; М.И.Ростовцев, А.И.Тереножкин һ.б. С. Урта Азиянан күсеп килгән, тип иҫәпләй. Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы терр‑яһына С., киммерийҙарҙы Кесе Азияға ҡыҫырыҡлап сығарып, б.э.т. 8—7 бб. килеп сығалар. Б.э.т. 7 б. Алғы Азияға хәрби походтар яһап (Мидия, Фәләстан, Сүриәне баҫып алғандар), б.э.т. 6 б. башында еңеләләр һәм унан мидиялылар тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарылалар. С. сәйәси яҡтан тупланыуына 512 й. фарсы батшаһы Дарий м‑н һуғышыу этәргес бирә. Б.э.т. 4 б. Дон й. алып Дунай й. тиклем терр‑яла С. дәүләте барлыҡҡа килә, уның адм. үҙәге Симферополь ҡ. (Украина) янындағы Каменск ҡаласығы урынында булған. С. “батша” ҡурғандарының күпселеге (Солоха, Толстая Могила, Чертомлык һ.б.) ошо ваҡытҡа тура килә, уларҙа ҡиммәтле ерләү әйберҙәре (ҡорал, йәнлек стилендә эшләнгән биҙәүестәр, алтын, көмөш, баҡыр һауыт-һаба һ.б.) м‑н айырылып торған ырыу-ҡәбилә аҡһөйәктәренең ҡәберҙәре табылған. Сарматтарҙың баҫып инеүе һөҙөмтәһендә б.э.т. 3 б. С. дәүләте хәлһеҙләнә, б.э.т. 2 б. уның терр‑яһы Ҡырым далалары, Буг һәм Днепр йй. түбәнге ағымы м‑н сикләнә, б.э. 3 б. готтар тарафынан юҡ ителә. Халыҡтарҙың бөйөк күсенеше ваҡытында С. төрлө ҡәбиләләр тарафынан ассимиляциялана. Сауҙа, игенселек, күсмә малсылыҡ (ҡара: Күсмә тормош), металл эшкәртеү хужалыҡтың төп тармаҡтары булған. Урал буйында күп кенә археологик ҡомартҡыларҙы (ҡара: Ғүмәр ҡәберлеге һ.б.) С. бәйләп ҡарайҙар.

Әҙәб.: Смирнов А.П. Скифы. М., 1966; Граков Б.Н. Скифы. М., 1971.

Р.Б.Исмәғилев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика