“СКИФ”, нәшриәт, ЯСЙ. 2000 й. февр. ойошторола. Өфөлә урынлашҡан. Нәфис, документаль әҙәбиәт, брошюра, буклет, календарь, каталог һ.б. баҫма продукция сығара. 2008 й. 7 кеше эшләгән; 100‑ҙән ашыу төр (дөйөм тиражы 50 мең дананан ашыу) баҫма сығарылған. Етәкселәре: Ш.С.Хәзиәхмәтов (2000 й. алып), Р.Р.Хәзиәхмәтова (2001 й. алып), Д.Ш.Усманова (2008 й. алып).

Д.Ш.Усманова

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Яндекс.Метрика