СКВОРЦОВ КОККОНЕИСЫ (Cocconeis skvortzowii), бер күҙәнәкле диатом ылымыҡтар төрө. Ҡапҡастарының оҙонлоғо 14—36, киңлеге 8—22 мкм. Ике ҡапҡасы ла киң ланцет формаһында, уларҙағы штрихтар ҡыҫҡа, пунктир, радиаль, бер нисә буй тулҡынлы структураһыҙ һыҙыҡтар м‑н өҙөлгән. Аҫҡы ҡапҡасы еп рәүешле йөйлө. Һыуҙың төбөндә, ҡайһы берҙә ҡатламында йәшәй. БР‑ҙа Ҡариҙел й. табылған. Һирәк осраған төр, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ф.Б.Шкундина

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Яндекс.Метрика