АХУН, Салауат р‑нындағы ауыл, Мәсетле а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 18 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 47 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 434 кеше; 1920 — 501; 1939 — 503; 1959 — 567; 1989 — 472; 2002 — 633; 2010 — 673 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1770 й. билдәле (ауылда И.И.Лепёхин булып киткән). Исеме, фаразланыуынса, 4 башҡ. ахунының береһе ошонда йәшәү м‑н бәйле (ҡара: Указдар (1736 й. 11 февр.). 1795 й. 28 йортта 174 кеше йәшәгән, 1865 й. 60 йортта — 302 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Яҡуп Теләүембәтов, Х.Ғ.Яруллин ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов