СКАУТИЗМ (ингл. scout — разведчик), 7—21 йәшлек граждандарҙы тәбиғәтте танып белергә, һөнәрҙәргә өйрәтеү һәм уйындарҙан торған мәктәптән тыш тәрбиә системаһы. Төп маҡсаты — шәхестең физик, рухи һәм аҡыл яғынан үҫешенә булышлыҡ итеү. 1907 й. Бөйөк Британияла нигеҙ һалына. Рәсәйҙә ир балалар өсөн тәүге скаут отряды — 1909 й., ҡыҙҙар өсөн 1915 й. ойошторола. 1917 й. 50 меңгә яҡын скаут иҫәпләнгән. 1922 й. скауттарҙың күп кенә атрибуттарын (девиз, значок, форма, галстук һ.б.) алған пионер ойошмаһы (ҡара: Балалар ойошмалары) барлыҡҡа килә. 1923 й. скаут ойошмалары тыйыла. 90‑сы йй. башынан РФ‑та скауттар хәрәкәте тергеҙелә башлай. Үҫмерҙәр клубы, колледж һәм мәктәптәр базаһында скаут отрядтары ойошторола (артабан улар скаут ойошмаларына берләшә). Иң эреләре: “Православие Эҙәрмәндәре Йәмғиәте” (ПЭЙ), “Рәсәйҙең йәш разведчиктар ойошмаһы”, “Скаут ҡыҙҙарҙың Рәсәй Ассоциацияһы” (СҠРА), “Навигатор/скауттарҙың Рәсәй Ассоциацияһы”, “Рәсәй Скауттар Ойошмаһы” (РСО), “Скауттарҙың урыҫ союзы” һ.б. Башҡортостанда тәүге скаут отряды 1914 й. Өфө ир балалар гимназияһында булдырыла, 1921 й. скаут ойошмалары бөтөрөлә. БР‑ҙа скауттар хәрәкәте балалар, йәштәр йәмәғәт ойошмаларын үҙ эсенә ала: “Бәләбәй ҡалаһы скауттары ассоциацияһы” (2003 й. алып), “Башҡортостан Республикаһының Берләшкән Скауттар Ассоциацияһы” (1994 й. алып), “Өфө ҡалаһының скаут ҡыҙҙар лигаһы”, ПЭЙ‑ҙың епархиаль бүлексәһе (икеһе лә — 2005 й. алып), СҠРА‑ның (1994 й. алып) һәм РСО‑ның төбәк бүлексәләре (2006 й. алып; бөтәһе лә — Өфө) һ.б.

Т.А.Ғәйнуллина

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика