СИПЫЛДАҠ (Scabiosa), ҡарут һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, башлыса Урта диңгеҙ буйында, ҡайһы бер төрҙәре Алыҫ Көнсығышта һәм Көньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда асыҡ‑һары С. һәм исеть С. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, нигеҙендә ағас һымаҡ ҡаты, бейеклеге 40–80 см. Япрағы йөнтәҫ, ҡапма-ҡаршы, ҡауырһын һымаҡ бүлемле йәки теленмәле, һирәк осраҡта шыма. Сәскәһе һары, һарғылт йәки алһыу‑аҡ, тыш яҡтан йыш ҡына ҡуйы ҡыҙыл төҫтә, урама япраҡсаһы үлән һымаҡ, 8 бураҙналы. Сәскәлеге – йомортҡа формаһындағы баш (ситке сәскәләре эрерәк). Июнь—июлдә өлгөрә. Емеше — орлоҡса, авг. сәскә ата. Асыҡ‑һары С. БР‑ҙың бөтә терр‑яһы буйлап далала, болондарҙа һәм урман ситтәрендә, исеть С. башлыса респ. көньяғында далала, ҡырсынташлы тупраҡта үҫә. Декоратив, мал аҙығы, баллы үҫемлек. Асыҡ‑һары С. составында иридоидтар, сапониндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Яндекс.Метрика