СИТЕК, башҡорт кейемендә йомшаҡ күндән тегелгән оҙон ҡуныслы традицион аяҡ кейеме. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙ С. булған. Ирҙәрҙеке ҡара йә һоро, ҡатын-ҡыҙҙыҡы төрлө төҫтән (йәшел, һары, ҡыҙыл) булған. Ҡатын-ҡыҙ С. ҡайылған йөйҙәр, күн аппликация м‑н биҙәлгән, йыш ҡына контурлы сигеү м‑н аралаштырылған. Башлыса Ҡазан һәм Ырымбур губерналарында эшләнгәндәр, ш. уҡ Урта Азиянан килтерелгәндәре лә осраған. 19 б. 2‑се ярт. алып Башҡортостанда ҡунысына мозаикалы шау биҙәк төшкән (Ҡазан) һәм дағалы С. таралыу алған. Күберәк оло йәштәгеләр кейгән көндәлек һәм байрам аяҡ кейеме һаналған. Өйҙән сыҡҡанда С. өҫтөнән күн йә резина калуш, ҡата кейгәндәр. Бындай аяҡ кейеме Урта Азияның ҡайһы бер күсмә халыҡтарында һәм Кавказда таралған була.

С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова

Яндекс.Метрика