СИРКӘҮ ИСТОРИОГРАФИЯҺЫ (православиела). Көньяҡ Уралда Урыҫ православие сиркәүе тарихын өйрәнеү 18 б. уртаһында башлана. И.В.Жуковский, П.И.Рычков, И.П.Фальк, В.М.Черемшанскийҙың хеҙмәттәрендә айырым мәғлүмәттәр тупланған. Материалдар ш. уҡ “Оренбургские губернские ведомости”, “Уфимские губернские ведомости” гәз., “Оренбургские епархиальные ведомости”, “Уфимские епархиальные ведомости” ж. нәшер ителә. Л.С.Суходольскийҙың “Ырымбур епархияһының сиркәү‑тарихи‑статистик һүрәтләнеше” (“Церковно‑историко‑статистическое описание Оренбургской епархии”; 1857) хеҙмәте крайҙың сиркәү тарихы б‑са тәүге системалы тикшеренеү булып тора. 1890‑сы йй. И.А.Сперанский тарафынан “Ырымбур крайының 1739 й. алып епархия асылғанға тиклемге (1799) сиркәү тарихы очергы” [“Очерк из церковной истории Оренбургского края с 1739 до открытия епархии (1979)”] яҙыла, фрагменттары 1897 й. “Оренбургские епархиальные ведомости” (“Ырымбур епархия ведомостары”) ж. баҫыла. 1899 й. И.Е.Златоверховниковтың “Өфө епархияһы. Географик, этнографик, административ-тарихи һәм статистик очерк” (“Уфимская епархия. Географический, этнографический, административно‑исторический и статистический очерк”) хеҙмәте сыға, унда мәхәлләләр, монастырҙар, дини уҡыу йорттары һүрәтләнә, Көньяҡ Уралдағы Урыҫ православие сиркәүенең миссионерлыҡ эшмәкәрлеге т‑да мәғлүмәттәр бирелә. Н.М.Чернавскийҙың 1900—02 йй. нәшер ителгән “Ырымбур епархияһының үткәне һәм хәҙергеһе” (“Оренбургская епархия в прошлом её и настоящем”) хеҙмәтендә ҡорам төҙөлөшө, дини белем биреү мәсьәләләре яҡтыртыла, Өфө епархияһының 19 б. 80‑се йй. аҙ. тиклемге һәм Ырымбур епархияһының 19 б. аҙ. тиклемге епископтарының биографиялары бирелә. 19 б. 70‑се йй. – 20 б. башында сиркәү әһелдәре (Дионисий I, рухани Н.Н.Модестов; Сперанский, К.П.Херувимов) һәм донъяуи ғалимдар (В.Н.Витевский, Р.Г.Игнатьев, А.И.Кривощёков) ҡайһы бер монастырҙар (Благовещение ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры, Вознесение пустыны, Златоуст Воскресение диндәш ир‑егеттәр монастыры, Успение ирҙәр монастыры һ.б.), сиркәүҙәр тарихын, Өфө архиерейҙары биографияларын өйрәнеү м‑н шөғөлләнгән. Революциянан (1917) һуң Көньяҡ Уралда православиены өйрәнеү тарихсыларҙың ҡайһы бер хеҙмәттәрендә телгә алып китеүҙәр м‑н сикләнә. И.Ғ.Аҡманов, А.П.Чулошников хеҙмәттәрендә Башҡортостан халыҡтарын христианлаштырыу проблемаһы башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.) сәбәптәренең береһе итеп ҡарала. Ю.Н.Сергеев тарафынан православие миссионерлығы мәсьәләләре, край монастырҙары тарихы, православие руханиҙары структураһы һәм статусы, архиерейҙарҙың биографиялары өйрәнелә. 20 б. 90‑сы йй. – 21 б. башында Н.Т.Абдулов, И.Л.Васильева 1917—91 йй. респ. дәүләт‑сиркәү мөнәсәбәттәрен; А.И.Конюченко – Көньяҡ Уралда дини белем биреүҙе; Т.А.Чумаченко – Силәбе епархияһы миҫалында 20 б. 40—60 йй. совет власының сиркәү сәйәсәтен; В.С.Боже, И.В.Дегтярёв 18—20 бб. Силәбе ҡ. православие тарихын өйрәнә. Крайҙағы православие тарихына – Н.П.Зиминаның, айырым монастырҙар, сиркәүҙәр тарихына, архиерейҙар тормошо һәм эшмәкәрлегенә Я.С.Свиценың мәҡәләләре арнала. П.В.Егоров тарафынан “Урыҫ Православие Сиркәүенең Өфө епархияһы” (“Уфимская епархия Русской Православной Церкви”; 2005) белешмә юл күрһәткесе төҙөлгән, уға ш. уҡ Златоверховниковтың ҡабатлап нәшер ителгән хеҙмәте лә ингән.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика