СИРИУС, Ҙур Эттең α‑һы, аҡһыл зәңгәр йондоҙ. Күк йөҙөнөң визуаль йондоҙ дәүмәле ‑1m,46 булған иң баҙыҡ йондоҙо. Әйләнеү периоды 50 йыл булған визуаль ике яҡлы йондоҙ, С. төп компоненты — диам. Ҡояштыҡынан 1,8 тапҡыр ҙурыраҡ булған кәрлә йондоҙ. Ерҙән 8,6 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Көньяҡ ярымшар йондоҙлоғона ҡарай һәм БР терр‑яһында ҡалҡыусы һәм байыусы яҡтыртҡыс. Ғин. уртаһы, төн уртаһында С. офоҡ өҫтөнән 19° бейеклеккә күтәрелгән саҡ — күҙәтеү өсөн иң уңайлы осор.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.