СИРЕНЬ (Syringa), зәйтүн һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, башлыса Үҙәк һәм Көнсығыш Азияла таралған. Башҡортостанда ябай С. үҫтерелә. Япраҡ ҡойоусы ҡыуаҡ йәки ҙур булмаған ағас, бейеклеге 2—5 м. Олоно һәм ботаҡтары һоро төҫтәге шыма ҡабыҡлы. Япрағы ябай, йомортҡа формаһынан алып киң йомортҡа формаһына тиклем, нигеҙе йөрәк йәки киң шына һымаҡ, башына табан яйлап ослана, яланғас, ҡуйы йәшел, аҫ яҡтан асығыраҡ төҫтә, ҡапма‑ҡаршы. Сәскәһе хуш еҫле, алһыу күк төҫтә, 4 таждан торған тар цилиндр формаһындағы көпшәһе бар, пирамида рәүешле һеперткеләрҙә. Майҙа сәскә ата. Емеше — 2 орлоҡло ҡумта, сент.—окт. өлгөрә. Орлоҡ һәм тамыр яны үҫентеләре м‑н үрсей. Ҡышҡа һәм ҡоролоҡҡа сыҙамлы. Төркөмлө һәм яңғыҙар ултыртмаларҙа, “тере” ҡоймалар яһағанда ҡулланыла. Сәскәһенән парфюмерияла файҙаланылған эфир майы алына. Культурала ябай С. сорттары киң таралған. Ботаника баҡса-институтында А.С. Сахарова тарафынан 1960—70 йй. ябай С. “Агидель”, “Красавица Башкирии”, “Салават Юлаев” һ.б. сорттары сығарылған.

Р.В.Вафин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Яндекс.Метрика