СИРЕНИЯ (Syrenia), әүернәһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, Европаның уртаса бүлкәтендә һәм Себерҙә таралған. Башҡортостанда тау С., сал С., пәрҙәле С. үҫә. Бер һәм ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ғәҙәттә тармаҡлы, бейеклеге 30–90 см тиклем. Япрағы һорғолт төҫтә, сиратлы, ҡыяҡ, шыма ситле йәки һирәк киртләсле, икегә бүленгән төктәре бар. Сәскәһе һары төҫтә, ултырма тиерлек, ҡуйы тәлгәшкә йыйылған. Май–авг. сәскә ата. Емеше – оҙонса ялпаҡ-дүрт ҡырлы ҡуҙаҡ, һәр бер ояла ике рәтле орлоҡтары бар, бағанаһынан оҙонораҡ, июнь–сент. өлгөрә. Башҡортостандың Урал алды ташлы һәм ҡырсынлы битләүҙәрендә, ҡомло далаларында үҫә. Составында алкалоидтар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Пәрҙәле С. – ағыулы үҫемлек. Сал С. БР-ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Р.Ишбирҙин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Яндекс.Метрика