СИНОПТИК МЕТЕОРОЛОГИЯ, метеорологияның атомосфера процестарының үҫеү һәм уларҙың макромасштабтарҙа үҙгәреү законлыҡтарын һауа торошон прогнозлау ысулдарын уйлап сығарыу өсөн өйрәнеүсе бүлеге. С.м. һауа массалары һәм атмосфера фронттары м-н тығыҙ бәйләнештә булған циклондарҙың һәм антициклондарҙың барлыҡҡа килеүен, эволюцияһын һәм күсеүен өйрәнә. Тикшереүҙәр ер эргәһенең (ер өҫтөндә үткәрелгән күҙәтеүҙәр б-са төҙөлгән) һәм бейеклектәрҙең йәки аэрологик (атмосфераны радиозондлау һөҙөмтәләре б-са төҙөлгән) синоптик карталар ярҙамында башҡарыла. Синоптик анализда метеорологик спутниктарҙан алынған болотлоҡ һүрәттәре (ҡара: Спутник метеорологияһы); метеорологик радиолокаторҙар ярҙамында алынған болот системаһының структураһын, яуым-төшөмдө һ.б. күренештәрҙе күҙәтеүҙең һөҙөмтәләре файҙаланыла. Алынған мәғлүмәтте өйрәнеү нигеҙендә асыҡланған законлыҡтар, атомосфераның гидродинамик моделдәре базаһында һанса ысулдар м-н төҙөлгән прогноз карталары нигеҙендә һауа торошоноң элементтары прогнозлана, был ваҡытта төбәктең үҙенсәлектәре (йәйелгән йөҙҙөң үҙсәнлектәре, рельеф һ.б). иҫәпкә алына. Башҡортостанда 20 б. 70-се йй. һауа температураһы ҡырының, яуым-төшөм, ел таралыуының үҙенсәлектәрен асыҡлау б-са ғилми-тикшеренеү эштәре башҡарылған; уларға Урал тауҙарының тәҫирен иҫәпкә алып, баҫып алған типтағы яуым-төшөмдө прогнозлау ысулы табылған (З.З.Халевицкий), респ. терр-яһында йылдың һалҡын миҙгелендә яуым‑төшөмдөң артыҡ күп булыуына килтергән атмосфера процестары тикшерелгән (Ф.Ш.Килмәтова). 1960–80 йй. Өфө гидрометеорология обсерваторияһында Өфө тирәһендә экстремаль т-раларҙы прогнозлау ысулдары аныҡланған (Р.Г.Ғәйфетдинова, И.Г.Данукалова); 1980–90 йй. респ. терр‑яһында ҡырау төшөүҙең (Е.Н.Орлова), Өфө аэропорты р-нында томан  һәм түбән болоттар барлыҡҡа килеүенең синоптик шарттары, йылы һәм һыуыҡ тулҡындарҙың үҙенсәлектәре (С.П.Байбурина) асыҡланған, Өфө шарттарына ҡарата экстремаль т-раларҙы М.Н.Федулова ысулы б-са прогнозлауҙың синоптик-статистик ысулы ҡулланылған   (Н.В.Жданова).

Г.А.Зәкиева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Яндекс.Метрика