СИНӘҒӘТУЛЛИН Илгиз Мирғәлим улы (13.7.1954, Бәләбәй ҡ.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1995), проф. (1998). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2001), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2004). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) 39‑сы урта мәктәптә (Өфө), 1977 й. алып БДПИ‑ла эшләй. 1980 й. башлап БДУ‑ның Бөрө филиалында: 1990 й. алып сит телдәр каф., 1995 й. — башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре глобаль һәм поликультура белеменә, этнопедагогикаға, этнопсихологияға арналған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Школа—колледж—вуз” Төбәк ғилми‑пед. комплексы етәксеһе (1997—2016 йй.).

Х е ҙ м.: Формирование профессиональной готовности учителя к работе в сельской малокомплектной школе. М., 1994; The impact of globalization on education. New York, 2006; Fifteen biggest problems in education and how to solve them. New York, 2013.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Яндекс.Метрика