АХУН, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Күҙәй а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Төрөш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 677 кеше; 1920 — 536; 1939 — 566; 1959 — 417; 1989 — 418; 2002 — 410; 2010 — 387  кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, фаразланыуынса, керҙәшлек килешеүе б‑са Тәвкилевтәрҙең алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1786 й. билдәле. 1795 й. 83 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 48 йортта — 313 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; ауыл эргәһендә В.Н.Тевкелевтың утары иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. Яңы Ахун (1‑се, 2‑се, 3‑сө, 30‑сы) бүлендек ауылдары барлыҡҡа килгәндән һуң, Иҫке Ахун булараҡ теркәлгән. 2003 й. Иҫке Ахун а. 2‑се Яңы Ахун а. ҡушылғас, хәҙ. исемен ала. А.Г.Арыҫланов ошо ауылда тыуған.

З.М.Цуканова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов