СИЛИЩЕВ Николай Николаевич (15.8.1946, Тамбов өлк. Никольское а.), биотехнолог. Биол. ф. д-ры (2009). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1969) 1970 й. тиклем һәм 1973 й. алып ш. уҡ эшләй (1975 й. алып өлкән ғилми хеҙм-р); 1976 й. башлап Башҡ-н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин-тында: өлк. ғилми хеҙм‑р, 1977 й. алып сектор мөдире. 1986 й. башлап Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ҒТИ-нда: сектор мөдире, 1993 алып лаб. мөдире. 1999 й. – Биология ин-тында: өлкән, 2008 й. төп ғилми хеҙм-р. Фәнни тикшеренеүҙәре экология һәм а.х. биотехнологияһын, микробиологияны өйрәнеүгә арналған. С. тарафынан тупраҡтың, грунттың һәм һыу объекттарының нефть м-н бысраныуы эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн Ленойл препараты, Елена биофунгициды һәм Азолен био ашламаһы эшләнгән. 270‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Биотехнологические методы очистки окружающей среды от техногенных загрязнений. Уфа, 2000 (авторҙ.); Роль бактерий‑антагонистов фитопатогенов в защите сельскохозяйственных растений от болезней. Уфа, 2001 (авторҙ.); Биорекультивация. М., 2009 (авторҙ.).

 

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Яндекс.Метрика