СИЛӘБЕ ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көньяҡ Уралда һәм Урал аръяғында урынлашҡан. БР, Ҡаҙағстан, Ҡурған өлкәһе, Свердловск өлкәһе, Ырымбур өлкәһем‑н сиктәш. Үҙәге — Силәбе ҡалаһы. 1934 й. 17 ғин. Урал өлкәһе составынан алынып, БАССР‑ҙың Арғаяш районын һәм Ҡоншаҡ районын (ҡара: Арғаяш башҡорт милли округы) ҡушыу иҫәбенә ойошторола; 1943 й. С.ө. составынан Ҡурған өлк. айырылып сыға. 24 район, 30 ҡала, 30 ҡасабаны үҙ эсенә ала. Урал федераль округына ҡарай. Майҙаны — 87,9 мең км2. Халҡы — 3,6 млн кеше, ш. иҫ. 166,4 мең башҡорт (2002). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 41 кеше/км2. Халыҡтың тәбиғи кәмеүе — 23,9 мең кеше. Урбанизация — 81,8%; ҙур ҡалалары — Силәбе, Магнитогорск, Златоуст, Озёрск, Мейәс, Троицк, Копейск, Снежинск. Иҡт. әүҙем кешеләр иҫәбе — 1,7 млн кеше. Милли составы (%): урыҫтар — 82,3, татарҙар — 5,7, башҡорттар — 4,6, украиндар — 2,1 һ.б. С.ө. башҡорттары Урал аръяғы башҡорттарына ҡарай, Оло Иркәбай, Оло Усман, Кесе Ҡаҙаҡбай, Кесе Ултыраҡ, Ялтыр (бөтәһе — 99), Кесе Ҡаҙакбай, Ләүәш, Нөркә (бөтәһе — 100) һ.б. торама пункттарҙа тупланып йәшәй (2002 й., %‑тарҙа). БР һәм С.ө. араһында Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (1997), Хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (1998), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм С.ө. Хөкүмәтеараһында Сауҙа-иҡт., фәнни-техник, соц. һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (2003), БР Хөкүмәте һәм “Магнитогорск металлургия комбинаты” ААЙ араһында килешеүгә (2006), БР Архив эштәре б‑са дәүләт ком‑ты һәм С.ө. хакимиәтенең Архив эштәре б‑са ком‑ты араһында, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм С.ө. Һаулыҡ һаҡлау бүлеге араһында хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (икеһе лә — 1997), Өфө һәм Силәбе хакимиәттәре араһында Хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (1999) һ.б. ҡул ҡуйылған. 1991 й. алып БР һәм С.ө. РФ субъекттарының “Оло Урал” иҡт. хеҙмәттәшлек төбәк-ара ассоциацияһына инә. 1997 й. башлап Силәбелә БР‑ҙың Даими вәкиллеге эшләй, 2004—08 йй. Магнитогорскиҙа Даими вәкиллек бурыстарын “Башҡорт Сауҙа Йорто” атҡара. БР һәм С.ө. сауҙа әйләнеше 2009 й. 25,2 млрд һум тәшкил итә. С.ө. делегаттары 1—3‑сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары эшендә ҡатнаша [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)]. Силәбе органик быяла з‑дында буялған органик быяла алыу өсөн Органик химия институтында эшләнгән технологиялар индерелгән; Силәбе цинк з‑дында Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының цинк концентраттары эшкәртелә һ.б. БР һәм С.ө. иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре (Магнитогорск, 2001), Башҡортостандың Рус дәүләт енә ҡушылыуының 450 йыллығына арнап, “Силәбе өлкәһендә Өлкә Һабантуйы” халыҡ байрамы уҙғарыла (Арғаяш р‑ны, 2007); башҡ. әҙәбиәте һәм сәнғәте декадалары һәм көндәре, ҡоролтайҙары (1993 й. алып), йыл һайын өлкә һәм ҡала һабантуйҙары үткәрелә. С.ө. Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы, “Башҡорт халыҡ үҙәге” Силәбе өлкә йәмәғәт ойошмаһы (1991 й. алып), “Башҡорт йәштәре иттифағы” төбәк ойошмаһы (2006 й. алып; икеһе лә Силәбелә) эшләй. С.ө. Башҡорт драма театры, Башҡорт филармонияһы, Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблеҠурсаҡ театры, Салауат драма театры, Сибай драма театры, “Сулпан” театры һ.б. гастролдәре үтә; рәссамдар Б.Ф.Домашников, С.Б.Краснов, Ә.Ф.Лотфуллин, А.Н.Романов, Й.Ә.СөләймәновтарҙыңҺары бейә” һынлы сәнғәт төркөмө ағзаларының эштәре күрһәтелә һ.б. Арғаяш һәм Ҡоншаҡ р‑ндары мәктәптәрендә башҡорт теле мотлаҡпредмет булараҡ өйрәнелә; Силәбе ун‑тында һәм 1‑се Силәбе пед. колледжының Арғаяш филиалында башҡ. теле уҡытыусылары әҙерләнә, башҡорттар тупланып йәшәгән райондарҙа “Башҡорт юлдаш телевидениеһы” тапшырыуҙары күрһәтелә, С.ө. торама пункттары китапханалары башҡ. телендәге дәреслектәр, уҡыу әсбаптары м‑н тәьмин ителә. С.ө. уҡыусылары һәм студенттары БР‑ҙағы гимназия, мәктәп-интернат, колледждарға һәм вуздарға маҡсатлы ҡабул ителә. 2000 й. алып Арғаяш р‑нының Арғаяш а. БДУ вәкиллеге эшләй. “Арғужа” (Арғаяш, 1998 й. алып), “Мираҫ”, “Уралым” гәз. нәшер ителә. С.ө. тыуып үҫкән шәхестәр — Н.В.Бикбулатов, Д.Ж.Вәлиев, Х.Ш.Заимов, З.Ә.Ихсанов, К.К.Кинйәбулатова, Р.Ф.Көсөков, Х.Ҡ.Ҡушаев, Д.Н.Лазарева, В.М.Перчаткин, О.А.Пономарёв, Х.Ш.Самохужин, Ҡ.Р.Тимерғәзин һ.б. —эшмәкәрлеге Башҡортостан м‑н бәйле.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика