СИЛӘБЕ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ АКАДЕМИЯҺЫ. Өфө филиалы 1994 й. уҡыу-консультация пункты булараҡ асыла, 2002 й. алып Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһы. Китапханаһы бар. Тамамлаусыларға белгес квалификацияһы, бакалавр дәрәжәһе бирелә. Уҡытыу ситтән тороп уҡыу бүлегендә китапхана-мәғлүмәт эшмәкәрлеге, китапхана-мәғлүмәт ресурстары, документтар алып барыу һәм архив алып барыу, документтар алып барыу һәм идаралыҡты документтар м‑н тәьмин итеү, китап эше, халыҡ художество мәҙәниәте, халыҡ художество ижады, театрлаштырылған тамаша һәм байрамдар режиссураһы, соц.‑мәҙәни эшмәкәрлек һөнәр һәм йүнәлештәре б‑са алып барыла. Уҡытыусылар араһында 10 фән докторы һәм 32 фән кандидаты (2010). 900‑ҙән ашыу белгес әҙерләнгән. Сәнғәт академияһы, Мәҙәниәт техникумы, Китапхана эше һәм киңэлемтә колледжы, Хореография колледжы һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Пункт мөдире — Р.Ф.Әмирова (1997 й. алып); дир. — В.Я.Носова (2001 й. алып).

В.Я.Носова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика