СИҘӘМ ҠУРҒАНДАРЫ, Савромат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 5—4 бб. ҡарай. Әбйәлил р‑ны Сиҙәм а. төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1977 й., 1983 й. А.Х.Пшеничнюк тарафынан асылған һәм өйрәнелгән. Ҡурғанлы (диам. 10 м, бейеклеге 0,35—0,5 м) ҡәберлектәргә ҡарай. Ҡомартҡы бер-береһенән 30—40 м алыҫлыҡта урынлашҡан 3 ҡурғандан тора, 2‑һе тикшерелгән (4 ҡәбер табылған). Мәйеттәр тәрән ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып, баштары м‑н көньяҡҡа йәки төньяҡ-көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Парлап ерләү осраҡтары табылған. Һөлдәләр аҫтында баш һөйәктәре асыҡланған. Керамика ике рәт өсмөйөш һыр м‑н биҙәлгән һауыт ярсыҡтарынан ғибәрәт. Ҡәберҙә ҡорал (бронза уҡ башаҡтары, тимер бысаҡ), көнкүреш әйберҙәре (бронза көҙгө, тишкес, һөйәк ҡалаҡ һәм таш орсоҡбаштар), биҙәүестәр (сымдан эшләнгән бронза беләҙектәр, тәгәрмәс рәүешендәге сулпы, быяла муйынсаҡтар, ҡояш символы төшөрөлгән һөйәк сулпы, булавка), таш ҡорбанлыҡ, хайуан һөйәктәре (һарыҡ) табылған. Ҡомартҡы Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш дала райондарына иртә тимер быуат ҡәбиләләренең килеп ултырыу процесын сағылдыра. С.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика