СИБАЙ СӘНҒӘТ КОЛЛЕДЖЫ, 1997 й. Сәнғәт уч‑щеһы филиалы булараҡ асыла, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә актёрлыҡ сәнғәте, вокал сәнғәте, һынлы сәнғәт, инструменттарҙа (халыҡ оркестры инструменттары, ҡыллы, тынлы һәм һуҡма оркестр инструменттары, фортепиано) башҡарыу һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Художество оҫтаханалары, китапханаһы, компьютер класы, концерт һәм 2 репетиция залы, дөйөм ятағы бар. Халыҡ инструменттары, эстрада ансамблдәре; башҡ. халыҡ инструменттары, тынлы инструменттар оркестрҙары эшләй. Уҡыу йорто м‑н К.А.Вәлиев (йырсы) һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 170‑тән ашыу белгес әҙерләнгән (2008).

А.Ғ.Ҡамбулатов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика