СИБАЙ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1963 й. пед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 1994 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә башланғыс кластарҙа уҡытыу, технология, музыка белеме, информатика, сит тел һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Ағас эше һәм слесарлыҡ оҫтаханалары, 3 компьютер класы, тегелгән әйберҙәр һәм аҙыҡ әҙерләү технологияһы кабинеты, музыка м‑н шөғөлләнеү өсөн 12 кабинет, тамаша, хор, 2 спорт, 2 уҡыу залы, китапханаһы бар. Уҡыу йорто м‑н Б.М.Мәмбәтҡолов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 7 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2008), улар араһында Р.Ғ.Буканова, Ә.М.Ғайсин, С.Ә.Мөхәмәтйәнов.

З.Р.Йәнбәкова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика