СИБАЙ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1959 й. Салауат медицина уч‑щеһының (ҡара: Салауат медицина колледжы) фельдшерлыҡ бүлеге базаһында мед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә дауалау эше, акушерлыҡ эше, шәфҡәт туташы эше һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, компьютер класы, 38 клиникаға тиклем әҙерлек кабинеты, тамаша, спорт, уҡыу, теннис, тренажёр залдары, дөйөм ятағы бар. 6,5 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән (2008), улар араһында З.С.Тереғолова.

Л.Ш.Ғилмуллина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика