АХУН, Благовар р‑нындағы ауыл, Троицкий а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 39 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 52 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 123 кеше; 1959 — 316; 1989 — 238; 2002 — 257; 2010 — 214 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Троицкий урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Бүздәк р‑нында Бүздәк с‑зы бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1934 й. алып БашЦИК ис. c‑здың А. бүлексәһе ҡасабаһы. 1993 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Ә.Р.Ғайсин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов