СИБАЙ ЛИЦЕЙЫ №9, 1981 й. 9‑сы урта мәктәп булараҡ асыла, 1997 й. алып 9‑сы мәктәп-лицей, 2000 й. хәҙ. статусын ала. Тамаша, күргәҙмә, лекция, бейеү, спорт, тренажёр һәм уҡыу залдары, компьютер һәм мед. кабинеттары, китапханаһы, тыуған яҡты өйрәнеү, лицей тарихы һәм хәрби дан музейҙары, тиры, слесарлыҡ, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, уҡыу-тәжрибә участкаһы бар. Уҡыу йортон 1 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2008). Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү ин‑ты, Магнитогорск техник университеты, Сибай институты, Сибай педагогия колледжы, БР ФА‑ның Сибай филиалы м‑н хеҙмәттәшлек итә. Лицей бинаһына уны тамамлаусы Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған П.Ю.Калачёв иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2001).

Т.А.Солонина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика