СИБАЙ ҠУРҒАНДАРЫ, Прохоровка (иртә Сармат) мәҙәниәте (ҡара: Сармат мәҙәниәте) археологик ҡомартҡылары. С.ҡ.I б.э.т. 4—3 бб. ҡарай. Сибай ҡ. төньяҡ-көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡандар. 1965 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1995—96 йй. В.Н.Васильев тикшерә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә (диам. 10—20 м, бейеклеге 0,2—1 м) ҡарай. 13 ҡурғандан тора, 8‑е өйрәнелгән. Ерләү ҡоролмалары тура мөйөшлө эстән көпләнгән һәм ябай ҡәберҙәрҙән тора, уларҙың бер өлөшө ағас түшәмәләр м‑н ябылған. Мәйеттәр баштары м‑н көньяҡҡа йәки көньяҡ-көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Бронза көҙгө, сулпы, уҡ башағы, быяла муйынсаҡ, хайуан һөйәктәре табылған. С.ҡ.II Сибайҙың төньяҡ-көнсығыш ситендә урынлашҡан.  А.Х.Пшеничнюк тарафынан 1975 й. асыла һәм 1977 й. өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә (диам. 10—50 м, бейеклеге 0,2—1,5 м) ҡарай. 22 ҡурғандан тора, уларҙың 14‑е — Прохоровка мәҙәниәтенә, 5‑һе — һуң Сармат мәҙәниәтенә (б.э. 2—3 бб.), 3‑һө Бура мәҙәниәтенә ҡарай. Мәйеттәр тәрән ҡәбер соҡорҙарында баштары м‑н башлыса көньяҡҡа ҡаратып ерләнгән, ҡәберҙәрҙең бер өлөшө ағас түшәмәләр м‑н ябылған. Эс яҡтан көпләнгән, ағастан эшләнгән ҡәбер өҫтө ҡоролмалары булған ҡәберҙәр осрай. Коллектив ерләү осраҡтары асыҡланған. Керамика ҡыя һыҙыҡтар, тешле штамп баҫып төшөрөлгән горизонталь кәкерсәктәр, һырҙар м‑н биҙәлгән түңәрәк һәм төбө яҫы һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәберҙә ҡорал (тимер хәнйәр, һөңгө осо, бронза һәм һөйәк уҡ башаҡтары), ат егеү кәрәк-ярағы (тимер ауыҙлыҡ, йүгәндең көмөш биҙәүестәре), бронза һәм көмөш тәңкәләр м‑н биҙәлгән бил ҡайыштары, айылдар, биҙәүестәр (быяла муйынсаҡтар), көнкүреш әйберҙәре (бронза көҙгө, һөйәк балғалаҡ, балсыҡ орсоҡбаштар) табылған.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика