СИБАЙ ИНСТИТУТЫ, 1998 й. БДПИ‑ның (1990 й. нигеҙләнгән) һәм БДУ‑ның (1993) Сибай филиалдарын берләштереү һөҙөмтәһендә асыла. Ин‑т составында 5 ф‑т (тәбиғәт-техник, тарих-филол., пед., иҡт., юридик) бар. Ғилми бүлеге, китапханаһы, БР археология, этнография һәм тарих музейы, редакция-нәшриәт үҙәге, студенттарҙың “Төйәләҫ” ғилми-эксперименталь үҙәге һәм профилактика-һауыҡтырыу комплексы бар. Тамамлаусыларға белгес квалификацияһы, бакалавр дәрәжәһе бирелә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 13 һөнәр б‑са алып барыла. Уҡытыусылар араһында 11 фән докторы һәм 103 фән кандидаты (2008). 7 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. Ин‑т БДПУ, Магнитогорск ҡ. ун‑ттары, РФ Хөкүмәте эргәһендәге Финанс акад. һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Ин‑тта йыл һайын 30‑ҙан ашыу монография, уҡыу әсбабы, вуз-ара йыйынтыҡ сығарыла; “От сессии до сессии” (“Сессиянан сессияға тиклем”) һәм “Юлдаш” гәз. нәшер ителә. Дир. — З.Ғ.Йәрмөхәмәтов (1999 й. алып). Ин‑т ихатаһында Ш.Бабичҡа (2007) һәм Р.Й.Ғариповҡа (2008) һәйкәл ҡуйылған.

З.Ғәрмөхәмәтов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика