СӘХИПОВА Земфира Ғизетдин ҡыҙы (13.4.1940, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Ермолаевка а.), педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1971). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1990), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1995). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) Ишембай р‑нының Әхмәр урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1966 й. алып СДПИ‑ла уҡыта. 1972 й. башлап Милли мәғариф проблемалары ин‑тының Башҡ‑н филиалында (Өфө) өлкән ғилми хеҙм‑р, 1991 й. — төп ғилми хеҙм‑р (1998—99 йй. дир. урынбаҫары), 2006—15 йй. Федераль мәғарифты үҫтереү ин‑тында (Мәскәү) төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре урыҫ булмаған мәктәптәрҙә урыҫ телен уҡытыу методикаһына, ике һәм күп теллелектең формалашыуы һәм үҫеше проблемаларына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни һәм уҡытыу‑методик хеҙмәт, ш. иҫ. РФ‑тың башҡ. һәм урыҫ булмаған мәктәптәре өсөн, ш. уҡ мигрант һәм күскенселәрҙең балалары өсөн урыҫ теле дәреслектәре, башҡ. телендә шиғыр йыйынтыҡтары авторы. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2010).

Х е ҙ м.: Развитие речи при изучении односоставных и неполных предложений русского языка в башкирской школе. Уфа, 1976; Речевое общение в многоязычной семье. Уфа, 1998; Методика обучения научному стилю речи на уроках русского языка в башкирской школе. Уфа, 2001 (авторҙ.).

Р.В.Әлмөхәмәтов

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Яндекс.Метрика