СӘТЛӘҮЕК АҒАСЫ, у р м а н с ә т л ә ү е ге (Corylus), ҡайын һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ябай С.а. үҫә. Күләгәгә сыҙамлы, япраҡ ҡойоусы бер өйлө ҡыуаҡ, бейеклеге 2—7 м, 60—80 йылға тиклем йәшәй. Сатыры йомортҡа йәки шар формаһында. Япрағы түңәрәк, йомортҡа формаһында, тигеҙһеҙ киртләсле, өҫ яҡтан ҡара йәшел, аҫтан йәшел төҫтә. Сәскәһе ваҡ, айырым енесле: ата сәскәләр — һырғаларға йыйылған бер сәскәле дихазияларҙа, инәләре — ике сәскәле дихазияларҙа. Март—апр. япраҡ ярғансы сәскә ата. Емеше — урамалы (плюскалы) сәтләүек. Емештәре 2—5‑әр йәки яңғыҙар, авг. аҙ.—сент. өлгөрә. Яҡты киң япраҡлы һәм киң япраҡлы‑ылыҫлы урмандарҙа, урман ситтәрендә үҫә, ҡайһы берҙә таҙа ҡыуаҡлыҡтар барлыҡҡа килтерә. Таулы р‑ндарҙан һәм Башҡортостандың Урал аръяғынан башҡа респ. бөтә терр‑яһында таралған. Ашарға яраҡлы үҫемлектәр (бер ҡыуаҡ 0,2—3 кг, культурала 6—16 кг сәтләүек бирә). Декоратив үҫемлек. Халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Урман һыҙаттары булдырыу, ботаҡтары мебель, кәрзиндәр һ.б. эшләү өсөн ҡулланыла. Селекционер Н.В.Таич Признание сортын сығара. Маньчжурия С.а. һәм төрлө япраҡлы С.а. Ботаника баҡса‑институты коллекцияһында бар.

Р.В.Вафин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Яндекс.Метрика