СӘСКӘЛЕ ҮҪЕМЛЕКТӘР, ябыҡ орлоҡлолар (Magnoliophyta йәки Angiospermae), ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр бүлеге. Бер өлөшлөләр һәм ике өлөшлөләр класын берләштерә. 250 меңгә яҡын төрө билдәле, бөтә ер шарында таралған. Башҡортостанда 1600‑ҙән ашыу төрө үҫә. Япраҡ ҡойоусы йәки мәңге йәшел ағас, ҡыуаҡлыҡ, ваҡ ҡыуаҡлыҡ, ярым ҡыуаҡлыҡ, ярым ваҡ ҡыуаҡлыҡ, бер, ике йәки күп йыллыҡ (моно-‑йәкиполикарпик) үлән. Төрлө йәшәү формалары; көпшәләр м‑н үҫешкән үткәреүсе системаһы, эйәрсен‑күҙәнәкле иләк һымаҡ элементлы флоэмаһы, күп төрлө запас йыйыусы туҡымалары бар. Ҡаплаусы туҡымалар һаҡлауҙы һәм тирә‑яҡ мөхит м‑н газ алмашыныуын тәьмин итә. Һабағы ябай йәки тармаҡлы, төҙ, йәйелеүсән, уралыусан һ.б. Япрағы үҫешкән (күп ксерофиттарҙыҡы һәм ҡайһы бер эпифиттарҙыҡы бүленгән), ябай (бөтөн, ҡауырһын‑ йәки бармаҡ һымаҡ айырсалы), йәки ҡатмарлы (бармаҡ йәки ҡауырһын рәүешле). Сәскәнең төп өлөшө — андроцей (бер йәки бер нисә һеркәс — микроспорофилдарҙан тора) һәм гинецей (емеш япраҡсаларынан йәки мегаспорофилдарҙан). Емеш япраҡсалары ирекле (апокарп гинецейы бер йәки күп емешлектән тора) йәки ҡушылып үҫкән (ценокарп гинецейы). Емешлектең төп өлөшө — емшән (орлоҡланыу үҫеше өсөн ҡулайлы шарттар булдыра) һәм емешлек ауыҙы (тиңләштереү, һайлап алыу һәм һеркәнең таралыуы). Гаметофиттары бәләкәй, ябайлаштырылған, антеридияһыҙ һәм архегонияһыҙ. Гаметогенезлы ата гаметофиттар үҫеше ике, инәләре (яралғы тоҡсайы) өс митотик бүленеү м‑н тормошҡа ашырыла. Аталаныу ике өлөшлө: ата гаметофиттың бер спермийы түл күҙәнәге м‑н ҡушылып (оогамия) зигота барлыҡҡа килтерә, икенсеһе — яралғы тоҡсайының үҙәк өлөшөнә ҡушыла (триплоид эндосперм барлыҡҡа килә). Күп төр С.ү. өсөн апомиксис (енси процесс м‑н оҙатылмаған үрсеү), бигерәк тә партеногенез хас. Вегетатив үрсеүкүп төрлө. Орлоҡтары примитив төрҙәрҙә (ләләләр, шыҡтымдар һ.б.) асылыусан (орлоҡтар ярҙамында үрсейҙәр), башҡаларында (астра һымаҡтар, ҡыяҡлылар һ.б.) — асылмаусан емеш эсендә. С.ү. эволюцияһында һәм таралыуында һеркәләндереүсе‑хайуандар, башлыса бөжәктәр ҙур роль уйнай. БР флораһында С.ү. иң ҙур ғаиләләре — астра һымаҡтар, ҡыяҡлылар, роза һымаҡтар, күрән һымаҡтар, ҡуҙаҡлылар, әүернәһымаҡтар, ҡәнәфер һымаҡтар, һаҫығүлән һымаҡтар, ирен сәскәһымаҡтар, сатыр һымаҡтар; заттар — астрагал, ҡымыҙлыҡтар, тал, һуған, эттабан, күрән, бөрмәкәй,әрем. С.ү. — атмосфера кислородының төп продуценттары, байтаҡ экосистемалар компоненттары, ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарҙың, болондарҙың, һаҙлыҡтарҙың, далаларҙың доминанттары. С.ү. м‑н бәшмәктәр, ер өҫтө фаунаһы эволюцияһы бәйле; өйкөмдәр һыуһаҡлағыс, зоо‑ һәм тупраҡ һаҡлаусы әһәмиәткә эйә. Витаминлы, сүсле, декоратив, дуплаусы, мал аҙығы, дарыу, баллы, ашарға яраҡлы һәм эфир майҙары үҫемлектәре; мед., парфюмерия, химия һәм сәнәғәттең башҡа тармаҡтарында, төҙөлөштә, ауыл хужалығында һ.б. өлкәләрҙә ҡулланыла. С.ү. өйрәнеү ботаника, урмандарҙы өйрәнеү фәне, болондарҙы өйрәнеүғилеме, систематиканың барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә булышлыҡ итә. БР флораһының күпселек реликттары һәм эндемиктары — С.ү., 220 һирәк осраусы төрө БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Әҙәб.:ТахтаджянА.Л. Система магнолиофитов. Л., 1987; Эколого‑географический анализ флоры Республики Башкортостан / Р.Г.Минибаев [и др.] Уфа, 1995.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Яндекс.Метрика