СӘРҮӘРОВА Рима Фәйзи ҡыҙы (4.7.1954, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Лаяшты а.), радиожурналист. РФ‑тың (2005) һәм БР‑ҙың (1994) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Журналистар союзы ағзаһы (1989). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) “Заветы Ильича” (“Ильич васыяттары”; ҡара: “Панорама”) гәз. хеҙм‑ре, 1979 й. башлап “Башҡортостан” ДТРК‑нда: 1998 й. — бүлек мөдире, 2001 й. — радиотапшырыуҙар студияһының төбәк‑ара һәм милләт‑ара программалары ижади берекмәһе етәксеһе. 2002 й. алып “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ы радиотапшырыуҙар студияһында төбәк‑ара һәм милләт‑ара программалар ижади берекмәһе етәксеһе, 2003 й. — баш белгес. “Профсоюз линияһы” (“Профсоюзная линия”), “Яғыулыҡ‑энергетика комплексы. Башҡортостан потенциалы” (“ТЭК. Башкирский потенциал”), “Экспресс‑студия”, “Экология һәм беҙ” (“Экология и мы”) радиопроекттары авторы һәм алып барыусыһы, “Между Волгой и Уралом” радиожурналының БР б‑са мөхәррире. РФ Журналистар союзы пр. (2001), Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. (1997) лауреаты.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Яндекс.Метрика