СӘНҒӘТ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1922 й. Башҡ. музыка техникумы булараҡ асыла, 1926 й. алып Башҡ. сәнғәт техникумы, 1936 й. 2 үҙ аллы уҡыу йортона үҙгәртелә: Башҡ. музыка һәм Башҡ. театр‑художество (1941—45 йй. эшләмәй) уч‑щелары, 1960 й. улар берләштерелгәндән һуң — Өфө С.у., 2012 й. башлап Өфө сәнғәт уч‑щеһы (колледж). 1997—2005 йй. Сибай ҡ. уч‑ще филиалы эшләй (ҡара: Сибай сәнғәт колледжы). Уҡытыу көдөҙгө формала вокаль сәнғәте, биҙәү‑ҡулланма сәнғәте, дизайн, һынлы сәнғәт, инструменталь башҡарыу (халыҡ оркестры музыка ҡоралдары, ҡыллы, тынлы һәм һуҡма оркестр музыка ҡоралдары, Рәсәй халыҡтарының милли музыка ҡоралдары, фп.), муз. тауыш яҙҙырыу оҫталығы, эстрада муз. сәнғәте (эстрада оркестры музыка ҡоралдары, эстрада йыры), музыка теорияһы, хор м‑н дирижёрлыҡ итеү һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, музейы, 2 концерт залы, күргәҙмәләр галереяһы, видеофонотекаһы, художество‑методик фонды, спорт‑һауыҡтырыу комплексы, ятағы бар. Уҡыу йорто м‑н Ҡ.С.Дәүләткилдеев, М.А.Зайдентрегер, Н.Я.Инякин, А.К.Кукубаев, М.Ғ.Мортазина, В.Мортазин‑Иманский, Ғ.З.Сөләймәнов, А.Э.Тюлькин, М.Г.Файн, М.Х.Хисмәтуллин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 11 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән (2012). Тамамлаусылар араһында З.И.Бикбулатова, Р.А.Гәрәев, Б.Ф.Домашников, Ә.Ф.Лотфуллин, А.Ҡ.Мөбәрәков, Р.М.Нурмөхәмәтов, К.Й.Рәхимов, М.П.Фоменков һ.б.

Әҙәб.: Троицкая Л.Н., Ахмадиева Р.Р. Уфимское училище искусств. Уфа, 1992.

В.В.Белов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Яндекс.Метрика