АХУН (фарс. — остаз), 1917 й. тиклем Рәсәйҙә мосолман руханиҙарының иң юғары дини дәрәжәһе. А. руханиҙар эшмәкәрлеген күҙәткән, гражданлыҡ эштәрен (ғаилә‑никах һәм мөлкәт) ҡараған, мәсеттәр, мәҙрәсәләр һәм мәктәптәр төҙөү, уҡытыу мәсьәләләре һ.б. б‑са урындағы хакимиәт һәм дин әһелдәре араһындағы бәйләнеште тормошҡа ашырған. А. муллалар һәм старшиналар һайлаған. Башҡорт ихтилалдарында (1735 — 40) руханиҙар вәкилдәренең әүҙем ҡатнашыуы арҡаһында, Ырымбур экспедицияһы нач. И.К.Кирилов А. хөкүмәт органдары тарафынан тәғәйенләү мәсьәләһен күтәрә. Указдарға (1736 й. 11 февр.) ярашлы, А. һаны 10‑дан 4‑кә (даруғалар һаны б‑са) тиклем ҡыҫҡартыла. А. һайлап ҡуйылыуы һаҡланһа ла, дәрәжәлә тулыһынса раҫланыу губерна идаралыҡтарында тормошҡа ашырылған. Дәғүәселәр батшаға тоғро булырға ант биргән, ҡайһы берҙәре мәҙрәсәлә имтихан тотҡан. Өфө наместниклығы ойошторолғас, А. һаны арта. Ырымбур мосолман дини йыйылышы барлыҡҡа килгәндән һуң, был дәрәжә имам‑хатиб вазифаһында хеҙмәт итеүселәргә һәм Ырымбур мосолман дини йыйылышында шәриғәт нигеҙҙәре б‑са имтихан тапшырыусыларға бирелә. Шуның м‑н бергә А. булыуға дәғүә итеүселәргә урындағы власть юллама бирергә тейеш була. А. һаны артҡанлыҡтан, улар араһында беренсе (баш) һәм өлкән А. барлыҡҡа килә. Императрица Екатерина II 1786 й. 12 нояб. рескриптына ярашлы, беренсе А. исеменә М.Хөсәйенов лайыҡ була. 1851 й. Ырымбур губернаһында өлкән А. исеме С.Сарараевҡа (Урал ҡ.), Ғ.Алтынғужинға (Каруанһарай), Х.Манасовҡа (Троицк ҡ.), Ә.Әмирхановҡа (Бәләбәй өйәҙенең Таулар а.), М.Йәһүҙингә (Минзәлә  өйәҙе Поисеево а.) бирелә. Бынан тыш, армия гарнизондарында ғибәҙәт ҡылған муллаларға хәрби А. дәрәжәһе бирелгән (М.А. Баязитов, Ш.Ғ.Сөләймәнов). Күп А. ярҙамсылары (А. мөғине) була. 1851 й. Ырымбур губ. 25 А. иҫәпләнә; 1889 й. Ырымбур мосолман дини йыйылышында бөтәһе 65, ш. иҫ. Өфө губернаһында 22 А., була.

Әҙәб.: Уметбаев М. В память столетия Оренбургского магометанского духовного собрания, учрежденного в г. Уфе. СПб., 1892.

Д.Д.Азаматов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина