СӘНҒӘТ АКАДЕМИЯҺЫ, 1968 й. Өфө дәүләт сәнғәт ин‑ты булараҡ асыла, 2003 й. алып З.Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт академияһы. Музыка, театр һәм һынлы сәнғәт өлкәһендә белгестәр әҙерләй. Академия составына 4 ф‑т: музыка, башҡ. музыкаһы, театр, һынлы сәнғәт инә. Тамамлаусыларға белгес, бакалавр квалификацияһы бирелә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 11 һөнәр һәм 13 бакалавриат йүнәлеше б‑са алып барыла. Академия эргәһендә “Музыка сәнғәте” һөнәре б‑са аспирантура (1998 й. алып), 12 әҙерлек йүнәлешендәге ассистентура-стажировка (1993), Өҫтәмә һәм вуздан һуң белем биреү ин‑ты эшләй. Китапханаһы, камера һәм хор залдары, Ф.И.Шаляпин ис. концерт залы; уҡыу театры, һирәк осрай торған инструменттар коллекцияһы булған музейы, һынлы сәнғәт галереяһы, спорт һәм тренажёр залдары, ятаҡханаһы бар. Ижади коллективтар эшләй: симфоник, тынлы һәм камера оркестрҙары, ҡыллы квартет, башҡ. һәм урыҫ халыҡ инструменттары оркестрҙары, академик һәм камера хорҙары. Уҡытыусылар араһында Рәсәй мәғариф акад. 2 мөхбир ағзаһы, 14 фән д‑ры һәм 39 фән канд. (2012). Академия студенттары һәм уҡытыусылары халыҡ-ара конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә, фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша. 1972—2004 йй. акад. эргәһендә урта махсус музыка мәктәп-лицейы эшләй (ҡара: Музыка колледжы). 1973 й. алып 5 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2012). Тамамлаусылар араһында А.Ә.Абдразаҡов, И.Ә.Абдразаҡов, Ә.Ә.Абушахманов, С.Р.Арғынбаева, Т.Д.Бабичева, В.В.Белов, И.М.Ғәзиев, Н.Ә.Дауытов, Р.С.Зәйнетдинов, Ф.Ә.Килдейәрова, С.Ә.Низаметдинов, Р.Ю.Шәйхетдинов һ.б. Академияла йыл һайын 15 меңгә яҡын монография, уҡыу һәм уҡытыу-методик әсбаптары нәшер ителә; “Искусство” (“Сәнғәт”) гәз., “Проблемы музыкальной науки” (“Музыка фәне проблемалары”) Рәсәй махсус фәнни журналы сығарыла. Ректорҙары: З.Ғ.Исмәғилев (1968 й. алып), З.Ә.Нурғәлин (1988 й. алып), И.Ғ.Ғәләүетдинов (2000 й. алып), Ә.И.Шафиҡова (2010 й. алып), А.И.Әсфәндиәрова (2012 й. алып). ӨДСА биналары (элекке Дворяндар йыйылышы бинаһы һәм Уҡытыусылар институты) тарих һәм архитектура ҡомартҡылары булып тора.

Әҙәб.: Уфимскому государственному институту искусств 25 лет. Уфа, 1993; Искусство Башкортостана: исполнительские школы, наука, образование. Уфа, 2005.

Г.Р.Хәлимова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Яндекс.Метрика