СӘМИҒУЛЛИН Сәйфулла Нурулла улы (11.6.1940, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Ҡарамалы а.), селекционер. Биол. ф. д‑ры (1995), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1999). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Ҡыйғы р‑нының К.А.Тимирязев ис. к‑зында, 1966 й. алып Биол. ин‑тында, 1971 й. — Биохимия һәм цитохимия бүлегендә (1975 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р) эшләй; 1976 й. алып БДПИ‑ла, 1993—2012 йй. БДАУ‑ҙа уҡыта (2005 й. тиклем селекция һәм орлоҡсолоҡ каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре а.х. үҫемлектәрен селекциялауға арналған. С. тарафынан бойҙайҙың юғары уңдырышлы, экологик яҡтан һығылмалы сорт‑популяцияларын булдырыу өсөн нигеҙ формаларын һайлап алыу ысулдары эшләнә. С. фасоль (Золотистая, Прибельская, Уфимская), бойҙай (Иремель, Миловская, Туймазинская, Уфимская) сорттарын, көнбағыштың ҡыҫҡа һабаҡлы, тиҙ өлгөрөүсән, линия‑ара гибридтарын һ.б. сығара. 120‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Фитоценогенетический анализ популяций мягкой пшеницы. Уфа, 1994; Словарь терминов по селекции, семеноводству и семеноведению. Уфа, 2009.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика