СӘМИҒУЛЛИН Венир Кәлимулла улы (15.11.1947, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Сураш а.), хоҡуҡ белгесе, педагог. Юридик ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2015). Свердловск юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ, 1976 й. алып Омск ун‑тында, 1982 й. — Себер автомобиль‑юл ин‑тында (Омск ҡ.) уҡыта. 1984 й. башлап БАССР‑ҙың Юстиция министрлығында, 1988 й. — БДУ‑ла. 1991 й. алып БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың секретариат нач. урынбаҫары, 1994 й. — закон сығарыу һәм хоҡуҡ тәртибе мәсьәләләре бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 1993—2000 йй. Көнсығыш иҡт., гуманитар фәндәр, идара итеү һәм хоҡуҡ ин‑тының дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы каф. мөдире. 1995 й. башлап БДУ‑ның Хоҡуҡ ин‑тында дәүләт хоҡуғы каф. мөдире. 2005 й. алып Рәсәй сауҙа‑иҡт. ун‑тының Өфө ин‑тында (филиалында): юридик ф‑т деканы вазифаһын башҡарыусы, 2008 й. башлап хоҡуҡи һәм гуманитар дисциплиналар каф. мөдире. 2010 й. алып Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад. дәүләт, хоҡуҡ һәм халыҡ‑ара мөнәсәбәттәр теорияһы каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре дәүләт һәм хоҡуҡ тарихына, дөйөм теорияһына, конституцион, хосуси һәм халыҡ хоҡуғы проблемаларына, хоҡуҡ философияһы һәм социол. юриспруденцияһына арналған. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Конституционное право России. Уфа, 2004; Ислам и право: опыт постижения. Уфа, 2006; Правосознание: корень добра и справедливости. М., 2015.

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика