СӘЛИХОВ Ғәфүр Ғөбәй улы (7.2. 1959, Ырымбур өлк. Бурағол а.), философ. Филос. ф. д‑ры (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1987) 1989 й. тиклем 80‑се СПТУ‑ла (Йылайыр р‑ны Юлдыбай а.) уҡыта. 1992 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) БДУ‑ла (2011 й. башлап философия һәм социология ф‑ты деканы). 1995 й. алып “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтенең фән б‑са дир. урынбаҫары, 1996 й. февр. — дир. 1‑се урынбаҫары. 1996 й. авг. башлап Өфө китапхана техникумы дир., 2002 й. — БР Хөкүмәте Аппаратының сектор мөдире, 2004—08 йй. БР ФА Соц. һәм сәйәси тикшеренеүҙәр үҙәгенең өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни хеҙмәттәре глобалләшеү процестарында йәмғиәт, дәүләт проблемаларына; башҡ. халҡының философияһы һәм мәҙәниәтенә һ.б. арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Человек в картине мира башкир: социально‑филос. анализ. Уфа, 2007; Человек эпохи глобализации. М., 2008.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика