СӘЛИХ ҠУРҒАНДАРЫ, б.э. 3—5 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ишембай р‑ны Сәлих а. төньяҡ‑көнсығыш ситендә Һәләүек й. уң ярында урынлашҡан. 1953 й. К.В.Сальников тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1967 й., 1972 й. С.М.Васюткин тикшерә. Таш өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәргә (диам. 5—12 м, бейеклеге 0,1—0,4 м) ҡарай. Мәйеттәр тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып, баштары м‑н башлыса төньяҡ‑көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән, эс яҡтан көпләнгән, киртләсле ҡәберҙәр осрай. Мәйеттәр, нигеҙҙә, яңғыҙ ерләнгән. Керамика ҡом ҡушып балсыҡтан яһалған, вертикаль ваҡ һәм эре һырҙар м‑н биҙәлгән, бәләкәй яҫы төплө һауыттарҙан; ҡом һәм шамот ҡушып балсыҡтан эшләнгән, биҙәлмәгән ҙур яҫы төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәберҙәрҙә ҡорал (тимер бысаҡтар, тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары), бронза һәм көмөш тәңкәләр, таралғылар м‑н биҙәлгән бил ҡайыштары, биҙәүестәр (бронза һәм тимер беләҙектәр, бронза айылдар, йөҙөктәр, сулпылар, быяла муйынсаҡтар), бронза өйрәк һындары, ҡорбан ашы ҡалдыҡтары табылған. Был табылдыҡтарҙа фин‑уғыр ҡәбиләләренә һәм сарматтарға хас һыҙаттар һиҙемләнә.

Әҙәб.: В а с ю т к и н С.М. Салиховский курганный могильник конца IV—V в. в Башкирии //Советская археология. 1986. № 2.

В.В.Овсянников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика