СӘКСӘК, башҡорт аш-һыуының традицион аҙығы. Йомортҡаға баҫылған йомшаҡ ҡамырҙан әҙерләнә. Ҡамыр киҫәктәрен ҙур һауытта ҡайнап торған  майҙа йә эс майында (туң май) бешереп алалар, бал йә шәкәр иретмәһе м‑н бутайҙар һәм матурлап өйәләр. Байрам С. ҡайһы саҡта еләк ҡағы м‑н дә биҙәйҙәр. Бишек туйы, исем ҡушыу, кәкүк сәйе, ҡарғатуй, һабантуй, һырғатуй һ.б. байрам һәм йолалар үткәргәндә сәй м‑н бергә бирелә, туй йолаларында айырым урын биләй, туй күстәнәстәренең береһе иҫәпләнә. Ҡайһы бер төрки, монгол һәм фин-уғыр халыҡтары аш-һыуында таралған.

Э.В.Миһранова

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

Яндекс.Метрика