СӘЙӘХОВА Лена Ғәле ҡыҙы (1.11.1931, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Бик‑Ҡарамалы а.), тел белгесе, педагог‑методист. Пед. ф. д‑ры (1983), проф. (1985). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1987), РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2007), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2001), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1953) Дәүләкән р‑нының урта мәктәптәре, 1954—61 йй. 47‑се урта мәктәп (Өфө) уҡытыусыһы. 1964 й. алып БДУ‑ла (1990 й. — урыҫ теле һәм уны уҡытыу методикаһы каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре лингводидактика, лексикография, лингвокультурология проблемаларына, мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында урыҫ телен уҡытыу теорияһына һәм методикаһына арналған. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. урыҫ теле б‑са дәреслектәр, уҡытыусылар һәм студенттар өсөн уҡытыу‑методик әсбаптар, авторы. РФ Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге пр. лауреаты (2013).

Хеҙм.: Лексика как система и методика её усвоения. Уфа, 1979; Методика преподавания русского языка. Лингвокультурология. Лексикография. Уфа, 2006; Русский язык в диалоге культур. М., 2006 (авторҙ.).

Р.В.Әлмөхәмәтов

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика