СӘЙӘСИ ПАРТИЯЛАР, граждандарға йәмғиәттең сәйәси тормошонда ҡатнашыу һәм дәүләттең сәйәси курсын билдәләү мөмкинлеге биргән йәмәғәт берекмәләре. С.п. үҙ ағзалары һәм яҡлыларҙың сәйәси ихтыярын сағылдыра, сәйәси акцияларҙа, һайлауҙарҙа, референдумдарҙа, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарына һайланған вәкилдәре аша власты ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнаша. С.п. эшмәкәрлеге “Сәйәси партиялар тураһында”ғы РФ законы (2001) м‑н көйләнә.

20 б. башында Литва, Польша һәм Рәсәйҙәге йәһүд эшселәренең дөйөм союзы, Бөтә Рәсәй милли союзы, Һул социал-революционерҙар (интернационалистар) партияһы, Халыҡ азатлығы партияһы, Революцион коммунизм партияһы, Социал-революционерҙар партияһы, Рәсәй социал-демократик эшселәр партияһы, Рәсәй мосолмандары иттифағы, Урыҫ халҡы союзы, Халыҡ-социалистик хеҙмәт партияһы һ.б. эшләгән.

20 б. 20‑се йй. уртаһынан илдә Советтар Союзы Коммунистар партияһыэш итә. 1991—2001 йй. Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй С.п. республика бүлексәләре, “Башҡортостан Республикаһында сәйәси партиялар тураһында”ғы БР законына ярашлы “Башҡорт халыҡ конгресы”, Башҡортостандың халыҡ партияһы, “Русь” ижтимағи берекмәһе, “Иҙел-Урал” татар демократик партияһы һ.б. төбәк бүлексәләре була.

2008 й. БР‑ҙа Рәсәй Аграр партияһы, “Рәсәйҙе тергеҙеү”, “Граждандар көсө”, Тыныслыҡ һәм берҙәмлек демократик партияһы, “Берҙәм Рәсәй”, РФ Коммунистар партияһы, Рәсәй либераль-демократик партияһы, “Халыҡ союзы”, “Рәсәй патриоттары”, “Йәшелдәр” Рәсәй экологик партияһы, Соц. ғәҙеллек, Уң көстәр союзы, “Ғәҙел Рәсәй”, “Яблоко”ның төбәк бүлексәләре теркәлгән.

Әҙәб.: Никифоров Ю.Н. Политические партии современной России, эволюция многопартийности и статус партий. Уфа, 2008.

Г.В.Мордвинцев, Ю.Н.Никифоров

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика