СӘЙЕТҠОЛ ТӨП БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ, Күгәрсен р‑нында урынлашҡан. 1877 й. 1 класлы урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ асыла, 1917 й. ябыла. 1931 й. колхозсы йәштәр мәктәбе булараҡ яңынан асыла, 1934 й. алып тулы булмаған урта мәктәп, 1975 й. Б.Ә.Шәфиев ис. урта мәктәп, 1991 й. Бәхтегәрәй Шәфиев ис. Сәйетҡол төп белем биреү мәктәбе. Ағас эше оҫтаханаһы, уҡытыу‑тәжрибә участкаһы бар. 1937– 64 йй. мәктәп эргәһендә балалар йорто эшләй. Уҡыу йортон 4 меңгә яҡын кеше тамамлаған (2015), улар араһында Ғ.Ғ.Сәйетбатталов, Шәфиев.

И.И.Әхмәтйәнов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.