СӘЙЕТБАБА УРТА МӘКТӘБЕ, Ғафури р‑нында урынлашҡан. 1906 й. мәҙрәсә булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс, 1929 й. – башланғыс мәктәп, 1932 й. – колхоз йәштәре мәктәбе, 1937 й. хәҙ. статусын ала, 1969 й. – Ж.Кейекбаев ис. С.у.м. Ҡаранйылға а. филиалы бар. Компьютер класы, тамаша һәм спорт залдары, китапханаһы, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, мәктәп тарихы музейы, уҡытыу‑тәжрибә участкаһы, авто‑ һәм а.х. машиналары бар. Уҡыу йорто м‑н С.Агиш, уны тамамлаған Ж.Ғ.Кейекбаев, Ғ.Ш.Шәйәхмәтов эшмәкәрлеге бәйле. 1939 й. башлап урта мәктәпте 3 меңгә яҡын кеше тамамлаған (2015), улар араһында К.М.Аҡбашев, Ғ.Х.Вәлиев, Ә.Х.Вәхитов, Ә.Ә.Ишмырҙин, Ғ.С.Ҡунафин, Л.Ф.Фәйзуллина, Н.Ф.Шәйхулов, Г.М.Яҡупова; бында ш. уҡ Н.А.Мәжитов уҡыған. Мәктәп бинаһына Агиш, Кейекбаев, Вәхитовҡа мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Әҙәб.: Ҡ у н а ф и н Ғ.С., Ш ә й ә х м ә т о в Ғ.Ш. Изге лә ул, нурлы ла. Өфө, 2004.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика