СӘҒИТОВ Рәсүл Хәсән улы (14.3. 1964, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Нәби а.), журналист, яҙыусы, тәржемәсе. РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (2016), БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2004). Журналистар союзы (1996), Яҙыусылар союзы (2010) ағзаһы. БДУ‑ны (1990), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (1998) тамамлаған. 1991 й. алып “Башҡортостан” ДТРК хеҙм‑ре: 1992 й. тиклем хәбәрсе, 1998–2000 йй. “Эфир Башкортостана” (“Башҡортостан эфиры”) гәз. баш мөхәррире, 1992 й. башлап радиотапшырыуҙар студияһының өлкән мөхәррире, 1997 й. ТВ студияһының ижт.‑сәйәси программалар ижади берекмәһе етәксеһе, 2000 й. алып радиотапшырыуҙар студияһы комментаторы. 2002 й. башлап “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ының радиотапшырыуҙар студияһы комментаторы, 2010 й. – “Юлдаш” мәғлүмәт‑муз. каналының ижт.‑сәйәси программалары бүлеге етәксеһе. Ил м‑н Н.С.Хрущёв етәкс. иткән осор т‑да күп сериялы “Үткән заман” документаль радиофильмдары (2005) һәм уның “Тарих теҙмәһе” исемле телевизион версияһы (2006), 1975 й. респ. ҡоролоҡ һәм урман янғындары т‑да “Мең туғыҙ йөҙ етмеш биш” радиофильмы (2006) һ.б. авторы, “Даирә” (2000 й. алып), “Үҙәк мәсьәлә” (2002 й. алып), “Асыҡ студия" (2013 й. алып) ижт.‑сәйәси радиотапшырыуҙар, минирадиоспектаклдәр һ.б. авторы һәм алып барыусыһы. Радиожурналистика т‑да мәҡәләләр серияһы, балалар өсөн “Дөрөҫ һүҙ” китабы (2009), “Донъя йәме” (2010), “Ямғырҙан һуңғы ҡояш” (2011) хикәйәләр йыйынтыҡтары авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2005).

Ә ҫ ә р ҙ.: Имен-аман тороғоҙ: әҙәби-документаль әҫәр. Өфө, 2013; Словом красен человек. Уфа, 2017.

Әҙәб.: А б д у л л и н а Л.Х. Телмәр һәм һүҙ //Йөрәк аҡылы. Өфө, 2011.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Яндекс.Метрика