СЕРМӘН УРТА МӘКТӘБЕ. Белорет р‑нында урынлашҡан. 1885 й. 2 класлы урыҫ-башҡорт училищеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс, 1934 й. — колхоз йәштәре мәктәбе м‑н ҡушылғандан һуң тулы булмаған урта мәктәп, 1947 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, уҡыу оҫтаханаһы, спорт залы, китапханаһы, интернаты, мәктәп тарихы музейы, уҡыу-тәжрибә участкаһы, автомашинаһы бар. 1953 й. башлап уҡыу йортон 2 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2008), улар араһында И.Х.Абыҙбаев, Р.Ф.Ғәбитов, Ш.М.Дауытов, З.Ғ.Исмәғилев, А.Ҡ.Мөбәрәков, Э.Р.Мулдашев, Т.Б.Сәғитов, М.Тажи, М.Х.Харрасов, З.Ф.Хисмәтуллин,Ғ.Ғәмзин, С.Әлибай. Мәктәп бинаһына уны тамамлаған М.М.Заһиҙуллин м‑н В.Р.Әхмәтйәновҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2007; тәүгеһе Афғанстанда, икенсеһе Чечняла һәләк булған).

Ғ.Р.Аҙнабаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика