СЕРМӘН БАЛАЛАР ЙОРТО, дәүләт ҡарамағындағы уҡытыу һәм тәрбиә учреждениеһы. Белорет р‑нында урынлашҡан. 1919 й. ата‑әсәһе революция (1917) йәки Граждандар һуғышы ваҡытында һәләк булған балалар өсөн хеҙмәт коммунаһы булараҡ асыла; 1930 йй. алып хеҙмәт колонияһы, 1941 й. — Йырматау һәм Темәс балалар йорттарын ҡушҡандан һуң хәҙ. исемен йөрөтә. 1935—41 йй. Белорет р‑ны Үҙән а. урынлашҡан. 2008 й. А.Ҡ.Мөбәрәков ис. бирелә. Йоҡо, уйын һәм көнкүреш бүлмәләре, гимнастика, спорт, тренажёр һәм тамаша залдары, компьютер класы, китапханаһы, ашханаһы, балалар йорто тарихы музейы, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, мунса‑кер йыуыу комплексы, һауыҡтырыу үҙәге, ҡунаҡханаһы, йәшелсә һаҡлағысы, умарталығы, производство участкаһы, ярҙамсы хужалығы, авто‑ һәм а.х. машиналары бар. 1942 й. башлап 2 меңдән ашыу кеше сығарылған (2015), улар араһында Мөбәрәков, М.Тажи, Әбүс бар. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында балалар йортонда Воронеж өлк. эвакуацияланған балалар йәшәгән. Балалар йорто ихатаһында Мөбәрәковҡа һәйкәл ҡуйылған (2008).

Д.Т.Бикбулатова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика