СЕРЁНЬКИН ҠАЛАСЫҒЫ, Пьяный Бор мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2 б. — б.э. 3 б. ҡарай. Илеш р‑ны Гремучий Ключ а. көнбайышҡа табан 0,2 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. бейек һул ярында урынлашҡан. 1972 й. М.Ф.Обыдённов тарафынан асыла, 1978—79 йй. В.А.Иванов, 1983 й. Б.Б.Агеев һәм В.Н.Васильев, 1989 й. Г.Т.Обыдённова өйрәнә. Яҡынса 600 м2 ер ҡаҙылған. Ҡаласыҡ (майҙаны яҡынса 26 мең м2) 2 ур (бейеклеге 2 м, киңлеге 15 м; бейеклеге 3 м, киңлеге 17 м) һәм соҡор (тәрәнлеге 0,8—1,5 м, киңлеге 10 м) м‑н уратып алынған була. Бағана конструкциялы ҡаралты ҡалдыҡтары (торлаҡ, тип фараз ителә), усаҡ эҙҙәре табылған. Керамика Пьяный Бор мәҙәниәте (ҡабырсаҡ онтағы ҡушып яһалған, муйыны тирәләй бәләкәй генә соҡорло биҙәк төшөрөлгән, ҡайһыларының ауыҙ ситтәре ҡыя һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән), ш. уҡ Ананьин мәҙәниәте (ҡабырсаҡ онтағы ҡушып яһалған, бәләкәй генә соҡорло биҙәк, бау эҙҙәре м‑н биҙәлгән), Бахмут мәҙәниәте (ҡом һәм ваҡ таш ҡушып яһалған, ҡорһағы буйлап түңәрәк һәм формаһыҙ бәләкәй генә соҡорло биҙәк төшөрөлгән) һауыттарҙан тора. Металл (тимер бысаҡ- ураҡ, оңғоло бронза уҡ башаҡтары, муйынсаҡ бөртөгө, баҡыр йөҙөк) һәм һөйәк (өс ҡырлы уҡ башаҡтары, тишкес‑беҙҙәр, ауыҙлыҡ, тура мөйөшлө таралғы һынығы, йәнлек стилендә__һырлап төшөрөлгән биҙәкле яҫы пластинка, кеше һөйәгенән эшләнгән бетеүҙәр) әйберҙәр, йәнлек һәм кеше һыны рәүешендә яһалған бәләкәй генә балсыҡ фигуралар, орсоҡбаштар, муйынсаҡ бөртөктәре табылған. Халҡы баҡыр ҡойоу һәм тимер эшкәртеү, малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика