СЕРДЮК Леонид Васильевич (18.12.1937, Новосибирск өлк. Боровушка а.), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2003), проф. (2006). Һарытау юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1964) Волгоград өлк. прокуратураһында эшләй. 1972 й. алып СССР ЭЭМ‑ының Волгоград юғары тәфтиш мәктәбе уҡытыусыһы, 1982 й. — СССР ЭЭМ‑ы Рязань юғары мәктәбенең енәйәт хоҡуғы каф. нач., 1983 й. — СССР ЭЭМ‑ы Хабаровск юғары мәктәбенең криминология каф. начальнигы. 1993 й. башлап ӨЮИ‑ла (1996 й. тиклем ситтән тороп уҡыу ф‑ты нач.). Фәнни хеҙмәттәре енәйәт хоҡуғы һәм криминология, көс ҡулланып ҡылынған енәйәттәрҙе квалификациялау һәм уларҙы иҫкәртеү проблемаларына арналған. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Насилие: криминологическое и уголовно-правовое исследование. М., 2002.

С.Х.Хәкимов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика