СЕРГИЕНКО Иван Викторович (16.9. 1969, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол ҡсб), педагог. Иҡт. ф. канд. (2000), пед. ф. д‑ры (2006). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2008). ӨДАТУ‑ны тамамлағандан һуң (1992) шунда уҡ эшләй. 1994 й. алып Хәҙ. гуманитар акад.: менеджер, 1996—2004 йй. Октябрьский филиалы дир., бер үк ваҡытта 2001 й. башлап Өфө филиалы директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре юғары мәктәп педагогикаһы, маркетинг һәм менеджмент проблемаларына арналған. 40‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Организационно‑педагогические модели дистанционного обучения в высшей школе. М., 2003; Моделирование дистанционного обучения как системы интегративных образовательных технологий. Казань, 2005.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Яндекс.Метрика