СЕРГЕЕВА Клавдия Алексеевна (17.4. 1913, Һарытау губ. Ртищево а. — ?), үҫемлектәр физиологы. Биол. ф. д-ры (1971). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1973). Һарытау ун-тын тамамлағандан һуң (1936) Уҡытыусылар ин‑тында (Балашов ҡ.) эшләй, 1939 й. алып һәм 1943 й. Фирғәнә пед. ин-тында, 1942 й. — 4-се Мәскәү мед. ин-тында (Фирғәнә ҡ.); 1944 й. башлап Ртищево ит комб-тында (лаб. мөдире), 1946 й. — Никита ботаника баҡсаһында (Ялта ҡ.). 1955 й. алып Биология ин-тында (1960—78 йй. өлкән ғилми хеҙм-р). Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәрҙең яраҡһыҙ тупраҡ-климат шарттарына бирешмәгәнен, Башҡортостан ағас үҫемлектәренең морфо-физиол. яҡтан даими ҡабатланып тороуын һәм ҡышҡа сыҙамлы булыуын өйрәнеүгә, емеш культураларының рациональ агротехникаһы нигеҙҙәрен эшләүгә арналған. С. тарафынан үҫемлек күҙәнәктәре протоплазмаһының түбән т-раға бирешмәүенең биохимик механизмдары өйрәнелә.

Х е ҙ м.: Физиологические и биохимические основы зимостойкости древесных растений. М., 1971.

С.Е.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика