СЕРГЕЕВ Леонид Иванович (9.11.1909, Һарытау губ. Полчаниновка а. – 16.3.1976, Өфө), үҫемлектәр физиологы. Биол. ф. д-ры (1954), проф. (1957). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау иген культуралары ин-тын тамамлаған (1930). 1936–42 йй. Фирғәнә пед. ин‑тының (Үзбәк ССР-ы) ботаника каф. мөдире. 1946 й. алып Никита ботаника баҡсаһының (Ялта ҡ.) өлкән ғилми хеҙм-ре, 1949 й. – фән б-са дир. урынбаҫары. 1955 й. алып Биология ин-тында ботаника секторы мөдире, лаб. мөдире, 1974 й. алып Биология һәм цитохимия бүлегендә лаб. мөдире, 1975 й. — өлкән ғилми хеҙм-р. С. тарафынан интродукцияланған ағас үҫемлектәренең миҙгелле структур-метаболик ритмдары т-да концепция эшләнә. Ағас үҫемлектәренең тирә-яҡ мөхиттең уңайһыҙ шарттарына яраҡлашыуы механизмдарын өйрәнә. 270 фәнни хеҙмәт авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м-н бүләкләнгән (1949, 1954).

Хеҙм.: Выносливость растений. М., 1953; Химическая прополка посевов, лугов и пастбищ. Уфа, 1958 (авторҙ.); Морфофизиологическая периодичность и зимостойкость древесных растений. Уфа, 1961 (авторҙ.).

Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика